Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостанда яңы административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексы ғәмәлгә инә


Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың бөгөнгө ултырышында ул өсөнсө уҡыуҙа ҡабул ителде. Уға тәүге уҡыуға сығарылған мәлдән алып, уҙған йылдың декабренән 130-лап төҙәтмә индерелгән. Документ өҫтөндә эшләгәндә граждандарҙан кодексты камиллаштырыу буйынса 300 самаһы мөрәжәғәт булған.

Кодекс 4 бүлек, 17 глава һәм 121 статьянан тора. Төрлө хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн штрафтар бер йөҙҙән бер миллион һумға тиклем етә. Административ яуаплылыҡҡа тарттырыу өсөн статьялар араһында ғаиләлә боларыу, төндәрен шаулау, эскән килеш саңғыла йөрөү һәм башҡалар бар.
XS
SM
MD
LG