Accessibility links

Кайнар хәбәр

Өфөлә мосолман лагеры эш башланы


Республикала төрлө йүнәлештәге лагерҙар бер-бер артлы асыла тора. Балаларҙың берәүҙәре төрлө фәндәрҙе ентекле өйрәнеү, икенселәре тәбиғәткә сәфәргә ҡоролған лагерҙарҙы үҙ итә, спорт йүнәлештәрендәгеләре лә байтаҡ.

Өфөләге Мәрйәм Солтанова исемендәге Ислам колледжы эргәһендә лә көндөҙгө лагерь эш башланы. Унда 5-14 йәшлек балалар ике аҙна дауамында ял итеү, төрлө сәйәхәт-экскурсияларҙан тыш, ислам тарихы тураһында ла бер ни тиклем мәғлүмәттәр аласаҡ.
XS
SM
MD
LG