Accessibility links

сишәмбе, 6 декабрь 2016, Казан вакыты 11:12

Башҡортостанда Ыуылдырыҡ операцияһы тамамланды


Балыҡтар ыуылдырыҡ сәскән осорҙа - 1 майҙан июнь урталарына тиклем балыҡ тотоу тыйылғайны. Республика хөкүмәтенең ошо турала күрһәтмәһе булды.

Әммә күрһәтмәне боҙоу осраҡтары ла байтаҡ асыҡланды. Төрлө рейдтар барышында 84 енәйәт эше асылған, 360-лап административ хоҡуҡ боҙоу теркәлгән.

Браконьерҙарҙан 130-лап кәмә, бер тонна ярым балыҡ, 150-ләп, дөйөм алғанда 30 километр оҙонлоҡта ау тартып алынған.

16 июндән балыҡ ҡармаҡлауға рөхсәт бирелде. Ау йәки мурҙа менән эләккәндәргә штраф ҡаралған. Тәртип боҙоусыларға 1 меңдән ике мең һумғаса штраф, шулай уҡ һәр балыҡ башына, уның дәүмәленә ҡарап, 25 һумдан 420 һумғаса түләргә тура киләсәк.

XS
SM
MD
LG