Accessibility links

Кайнар хәбәр

Өфөнөң Уставы үҙгәрә



Уға байтаҡ өҫтәлмәләр, яңылыҡтар ҙа индерелә. Устав үҙгәреше буйынса йәмәғәт тыңлауҙары Ҡала мәҙәниәт һарайында үтте. Үҙгәрештәр тәү сиратта федераль ҡануниәттәге яңылыҡтарға бәйле.

Мәҫәлән, хәҙер Өфө ҡала шураһына һайлауҙар ҡатнаш система буйынса буласаҡ. Йәғни депутаттарҙың яртыһы фирҡә исемлеге буйынса, икенсе өлөшө бер мандатлы округтарҙан һайланасаҡ.

Яңыртылған Уставта Ҡала округының иҫәп-хисап комиссияһы тураһында ла пункт бар. Ул иһә Республика контроль-иҫәп палатаһының ҡала кимәлендәге аналогы булырға тейеш.
XS
SM
MD
LG