Accessibility links

якшәмбе, 11 декабрь 2016, Казан вакыты 15:02

Башҡортостан Игорь Алешинды ололап ҡаршы алды



Республика буйынса эске эштәр министры яңыраҡ ил президенты фарманы менән Мәскәүгә, эске эштәр министрлығына эшкә алынды, ул хәҙер Рәшит Нурғәлиевтың урынбаҫары.

Игорь Алешиндың Өфөгә килеүе хөрмәтенә министрлыҡта полицейскийҙарҙы, ветерандарҙы, дин әһелдәрен йыйып ҙур ултырыш уҙғарҙылар. Министр вазифаһын башҡарыусы Александр Овчинников Башҡортостан картаһы һәм Эске эштәр министрлығы бинаһы төшөрөлгән ике картина бирҙе.

Баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин барлыҡ мосолмандар исеменән исемле бысаҡ тапшырҙы. Архиепископ Никон Библия менән бүләкләне. Милицияның матбуғат хеҙмәте "Слово о службе Игорове" тигән фильм әҙерләгән.

Игорь Алешинды Рафаил Диваевҡа алмашҡа Башҡортостан милицияһы башлығы итеп ике йыл ярым элек ебәргәйнеләр. Йәш быуынды тәрбиәләү - енәйәтте бөтөрөү өсөн иң яҡшы ысул, тип иҫәпләне Игорь Алешин. Уның башланғысы менән бер-нисә мәктәптә милиция кластары асылды.

Игорь Алешин бөгөн атлы полиция өсөн яңы бина асыуҙа, башҡа сараларҙа ҡатнашты.

XS
SM
MD
LG