Accessibility links

җомга, 9 декабрь 2016, Казан вакыты 12:52

Башҡортостанда яңы паспорттар бирелә башлай


Башҡортостанда 1 июлдән яңы паспорттар бирелә башлай. Документтың 3-сө битендә үҙенсәлекле штрих-код – паспорт хужаһы тураһында мәғлүмәттәр ҡуйыла.

Яңы паспорт халыҡ-ара стандарттар буйынса эшләнә, шуға күрә сит илдәргә сәфәр ҡылыу ҙа еңелләшә. Башҡортостандағы Дәүләт теле булған башҡортса яҙылыу-яҙылмауы тураһында хәбәр ителмәй.

1 июлгә тиклем бирелгән паспорттар уларҙың мөҙҙәте тамамланғанға тиклем ҡалдырыла. Яңы документтар 20 һәм 45 йәштә паспортты алмаштырғанда биреләсәк.

XS
SM
MD
LG