Accessibility links

шимбә, 10 декабрь 2016, Казан вакыты 08:08

Башҡортостан хөкүмәте менән эшҡыуарҙар килешеү төҙөнө


Эшҡыуарҙар хәҙер тәҡдимдәре һәм проблемалары менән туранан-тура Республика хөкүмәтенә мөрәжәғәт итә ала. Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министрлығы һәм эшҡыуарлыҡ берләшмәләре мәнфәғәтен яҡлаусы ойошмалар араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү шундай мөмкинлектәр аса.

Әлегә был документҡа ошо йүнәлештә әүҙем эшләүсе 12 ҡала һәм райондың йүнселдәр берләшмәһе ҡул ҡуйҙы. Иҡтисади үҫеш министры Владимир Балабанов әйтеүенсә, был аҙым тәү сиратта эшҡыуарҙарҙың ышанысын яулау, уңышлы башланғыстарын дәүләт программалары аша ғәмәлгә ашырыу өсөн яһала.

Республика хөкүмәте аппаратының финанстар һәм иҡтисад бүлеге етәксеһе Урал Ниғмәтуллин әйтеүенсә, килешеү буйынса ҡуйылған талаптарҙың үтәлеше даими контролдә тотоласаҡ. Тәүге ултырыш сама менән бер айҙан уҙғарыла.

XS
SM
MD
LG