Accessibility links

Кайнар хәбәр

Өфө етәкселеге халык хоҡуҡтарын боҙоуҙа ғәйепләнә


Павел Качкаев, Өфө ҡалаһы мэры
Павел Качкаев, Өфө ҡалаһы мэры

Яблоко фирҡәһенең Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе Өфө ҡалаһы мэрын һәм ғөмүмән башҡала етәкселеген ҡанундарҙы үҙ файҙаһына боҙоуҙа ғәйепләй.

Яблоконың Башкортостандағы рәйесе Сергей Наумкин әйтеүенсә, Павел Качкаев етәкселегендә Өфө ҡала хакимиәте Рәсәй Федерацияһы ҡанундарын боҙа.

«Был осраҡта хакимиәт башлығы Качкаев әфәнде балалар майҙансыҡтарында, йәшел зоналарҙа төҙөлөш рөхсәт итеү ҡарарҙарына ҡул ҡуйыуҙа, Торлаҡ Кодексының емерек хәлдәге йорттарҙан күсереү нормаларын боҙоуҙа ғәйепләнә» - ти ул. Бынан тыш, Сергей Наумкин Өфө етәкселеген ҡалалағы коммуналь хеҙмәттәрҙең хаҡтарҙы арттырыуҙа һәм судьяларҙың үҙ вәкәләттәрен шикле маҡсаттарҙа ҡулланыуға күҙ йомоуҙа ла ғәйепләй.

Яблоко фирҡәһенең Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе ҡала хакимиәтенең халыҡ мөрәжәғәттәрен үҙ мәнфәғәтендә боҙоу осраҡтарын теркәү өсөн телефон аша тура бәйләнеш аса. Фирҡә ағзаһы Альберт Хөсәйенов әйтеүенсә, уларға 3 меңгә яҡын кешенең төрлө ялыуҙар менән мөрәжәғт итеүе хаҡында хәбәр итә. Фирҡәгә килгән ялыуҙарҙы улар тәүҙә үҙҙәре хәл итергә тырыша, башҡа саралар ярҙам итмәгән осраҡта ғына, дәлилдәр йыйып, хөкөмгә бирәсәктәр.

«Бындай ялыуҙар элек тә булған, тик Рәхимов президент булған осорҙа уларҙы хөкөмгә тарттырыу файҙа бирмәҫ ине» - ти Альберт Хөсәйенов. Шуға күрә етәкселек үҙгәргәндән һуң, декабрь айынан башлап улар ҡала прокуратураһына ялыуҙар менән мөрәжәғәт итә башлаған. Әммә Өфөлә республика прокуратураһы бер ниндәй иҫбатлауҙар юҡ тип тикшереүҙәр үткәрмәгән. Республиканың әлеге президенты Рөстәм Хәмитов та был турала үҙенең рәсми фекерен белдермәй.

Илдар Fабдрафиков, сәйәсәт белгесе
Өфөләге сәйәсмән Илдар Fабдрафиков фекеренсә, мәсьәлә бер Качкаевта ғына түгел. «Халыҡ хоҡуҡтарын боҙоу Рәсәйҙә һәм уның субъекты Башҡортостанда йыш осрай торған күренеш. Ул ҡала мэрымы, йә район хәкимиәте башлығы мы кемдең ҡанун боҙруы тулы ғына билдәле түгел. Сөнки мәғлүмәт бик ныҡ йәшерелә. Хөкөмгә килгәндә инде, унда ла хөкүмәткә ярарға тырышып, бик йыш ябай кешеләргә ҡаршы ҡарарҙар сығарыла һәм был осраҡтарҙы теркәү өсөн тура телефон бәйләнеше асыу бик мөһим. Был хоҡуки дәүләт төҙөргә ярҙам итә» - тип белдерә Fабдрафиков әфәнде.
XS
SM
MD
LG