Accessibility links

шимбә, 10 декабрь 2016, Казан вакыты 02:21

Башҡортостан балаларына Петербур юғары уҡыу йорттарында махсус урындар бүленә


берҙәм дәүләт имтиханы

берҙәм дәүләт имтиханы

Башҡортостан мәғәриф министрлығы республика балаларына Петербур юғары уҡыу йорттарында 34 махсус урын бүлә. Был турала республика мәғариф министрлығының юғары белем биреү бүлегенән Марат Абдуллин беҙгә белдерҙе.


Марат әфәнде, был программа нисек ғәмәлгә ашырыласаҡ?

Быйыл апрель айындағы республика президенты Рөстәм Хәмитовтың ҡарарына ярашлы, Республика мәғәриф министрлығы Петербурҙағы биш университет менән килешеүҙәр төҙөнө. Шул килешеүҙәргә ярашлы республикаға утыҙҙан артыҡ урын бүленде. Балалар шул урындарға асыҡ конкурс нигеҙендә, йәғни теләгәндәр милләтенә-диненә ҡарамайынса, ғаризалар яҙып дәғүә итә ала. Конкурс дүртенсе июлдә башланды һәм документтарҙы ҡабул итеү ун өсөнсө июлгә тиклем дауам итәсәк. Һуңынан кешенең күплегенә һәм берҙәм дәүләт имтиханы балдарына ҡарап 18-се июль махсус әңгәмә үткәрәсәкбеҙ. Шулай итеп берҙәм дәүләт имтиханынан иң күп бал йыйыған һәм башҡа уңыштары булған балаларҙы махсус юллама биреп уҡырға ебәрәсәкбеҙ.

Беренсенән БДИ-ға ҡарайһығыҙ, һуңынан әңгәмә була инде?

Иң беренсе БДИ-ға ҡарайбыҙ, сөнки яңы ҡанундар буйынса юғары уҡыу йорттары уның буйынса ғына ҡабул итә.

Бөгөнгө көнгә тиклем күпме бала ғариза бирҙе?

Яҡынса 20 бала, сөнки беҙ ғаризаларҙы ҡабул итә башлауға бер генә көн. Документтарҙы йыя башланыҡ һәм балалар яңы ишетеп килә башланы.

Ниндәй университеттар менән килешеү төҙөлгән?

Петербур дәүләт университеты, Петербур урман хужалығы университеты, Герцен исемендәге Рәсәй педагогия университеты, шулай уҡ иҡтисад һәм идара итеү университеты һәм Петербур политехнология университеты – барыһы бергә биш университет.

Республикаға ниндәй өлкәләрҙә белгестәр кәрәк?

Юриспруденция һәм медицинанан тыш, башҡа бар өлкәләрҙән дә кәрәк, урман хужалығынан башлап тарих фәндәренә, химия, физика фәндәренә тиклем.

Һеҙ ул балалар менән килешеү төҙөйһегеҙме?

Әлбиттә килешеү төҙөлә. Мотлаҡ рәүештә биш йыл уҡығандан һуң йәштәр республикаға ҡайтып өс йыл эшләргә тейеш, мәҫәлән үҙҙәренең райондарында, ауылдарында йәки ҡалала.

Улар ниндәй эштә эшләйәсәктәрен алдан беләләрме?

Уныһы биш йылдан һуң хәл ителәсәк. Министрлыҡ менән килешеү төҙөлгәс, ҡайтыуҙарына эш әҙер булыр, тип уйлайым. Уларҙы беҙ республикаға файҙа булһын тип ебәрәбеҙ.

Ҡайтырға теләмәгән балаларға нимә була?

Әйтеүемсә, балаларҙы һайлағанда икенсе этапта әңгәмә буласаҡ, унда балалар менән аралашып, теләйме, теләмәйме икәнен күрәсәкбеҙ. Әммә килешеүҙә бының тураһында пункт юҡ, ҡайтыуҙары тәҡьдим рәүешендә буласаҡ. Конкурс әлеге ваҡытта асыҡ, унда барыһы ла ҡатнаша ала. Унда ҡатнашыу өсөн бер генә шарт бар – балалар Башҡортостанда теркәлгән булырға тейеш. Министрлыҡтың сайтында бөтә мәғлүмәт тә бар: ниндәй урындар асылған, бөтә телефондар, элемтәләр.

Был сара республикаға нимә бирә?

Башҡортостанға яңырыу һәм инновация өсөн белемле йәштәр кәрәк. Мәскәү, Петербур, шулай уҡ Ҡазан ҡалаларында белем биреү сифаты юғарыраҡ, шуға күрә хәлдән килгәнсә һәләтле балаларҙы унда ебәреп уҡытыу республика киләсәгенә яңы һулыш индерәсәк.

XS
SM
MD
LG