Accessibility links

пәнҗешәмбе, 8 декабрь 2016, Казан вакыты 05:14

Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтайҙың яҙғы сессиялағы һуңғы ултырышы үтте. Кәңәшмә эшендә ҡатнашҡан депутаттар 4 тиҫтәгә яҡын ҡанун проектын тикшереп, уларҙың бер нисәһен икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа ҡабул итте. Республика Парламенты депутаттары йәйге каникулға таралыша.


Документтар араһында ауыл биләмәләре, административ тәртип боҙоуҙар, йәмәғәт именлегенә ҡағылышлылары ла бар. Парламентарийҙар өс ҡанун проектын өсөнсө уҡыуҙа ҡабул итте. Улар – Йәмәғәт тәртибен һаҡлау, Төндә тауышланыуҙы тыйыу һәм Мотлаҡ медицина страховкалауҙы ойоштороу тураһындағы документтар.

Төндәрен шаулау тыйыла

Башҡортостан халҡы төндәрен тыныс йоҡлай аласаҡ. Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай тәүлектең ҡараңғы мәлендә, барыһы ла ял иткәндә тауышланыуҙы тыйҙы.

Ҡанун буйынса һыҙғырыу ғына түгел, йырлау-бейеү, ҡысҡырыу, музыка ҡоралдарында уйнау, пиротехника шартлатыу, төҙөлөш һәм ремонт эштәре алып барыу тыйыла. Ҡанунды боҙоусыларға ҡарата административ яза ҡаралған. Дүшәмбенән йомаға тиклем киске 11-ҙән иртәнге 7-гә, ял һәм байрам көндәрендә киске ундан иртәнге 9-ға тиклем шаулау тыйыла.

Яңы йыл төнөндә, Салауат Юлаев хоккей клубы йәки Урал волейбол командаһы чемпион булған осраҡта, йәғни спорт байрамдары мәлендә, башҡа ҙур саралар ваҡытында төндә шауларға рөхсәт буласаҡ. Бының өсөн сараны ойоштороусылар дәүләт власы йәки урындағы үҙидаралыҡтар менән алдан килешергә тейеш буласаҡ

Аҙыҡ-түлек сифатына иғтибар арта

Республикала аҙыҡ-түлек сифаты һәм хәүефһеҙлек саралары хаҡындағы проект та ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Уға ярашлы, беҙҙең төбәктә һатылған ризыҡтар ирекле рәүештә махсус тикшереү үткәндән һуң Башҡортостан продукты тигән маркировка менән билдәләнергә тейеш.

Ҡанун шулай уҡ ошо йүнәлештә Республика программаларын әҙерләү һәм ҡабул итеүҙе, башҡарма власть органдары, етештереүселәр, һатыусылар менән берлектә аҙыҡ-түлектең составында генлы һәм үҙгәртелгән организмдарға тикшереү һәм уларҙың кеше сәләмәтлегенә тәьҫирен билдәләүҙе күҙ уңында тота.

Ҡанунһыҙ ағас һатыу сикләнә

Урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллин парламентарийҙарға "Урман мөнәсәбәттәрен көйләү", "Ағасты ҡабул итеү һәм оҙатыу пунктары эшмәкәрлеген көйләү" тураһындағы ҡанун проекттарын еткерҙе.

Документтар ағасты сит төбәктәргә ҡанунһыҙ һатыуҙы сикләргә, дәүләт инспекторҙары вәкәләттәрен киңәйтергә мөмикнлек бирәсәк, тип ышана министр Рәжәп Нәбиуллин.

Һыу фажиғәләрен кәметеү күҙаллана

Депутат Рима Үтәшева пляждарҙа иҫерек йөрөгәндәрҙе, эскән килеш һыу ингәндәрҙе аҡсалата язаларға тәҡдим итә. Әле лә штраф тейеш. Берҙән ул бәләкәй, икенсенән түләп бармайҙар. Рима Үтәшева штраф суммаһын 4 меңгәсә күтәрергә тәҡдим итә. Был осраҡта, тип иҫәпләй халыҡ һайланыусыһы, иҫерек килеш батыусылар бер-ни тиклем кәмер ине.

Шуныһы аңлашылмай, Өфө тирәһендәге ҡараулы пляжда иҫеректәрҙе тотоп штраф һалырға мөмкин. Ә ауылдарҙа йылға-күл буйҙарында шешә компанияһында ял иткәндәрҙе нисегерәк тотоп язаларға һуң. Сөнки батыусылар тап райондарҙа күп.

Стәрлетамаҡ районында 59 йәшлек ир кеше, Мәләүездә бер егет батып үлгән. Балалар араһында ла фажиғәгә тарыусылар күп. Бишбүләктә 13 йәшлек малай һыу ҡорбаны булған. Ҡотҡарыусылар Өфө эргәһендәге күлдән 4 иҫерек кешене һөйрәтеп сығарған.

XS
SM
MD
LG