Accessibility links

якшәмбе, 11 декабрь 2016, Казан вакыты 03:24

Мәктәп ҡарамағындағы сәғәт юғары синыфтарҙа башҡорт теленә бирелә


Ҡаран-Ҡуңҡаҫ башҡорт урта мәктәбе уҡыусылары

Ҡаран-Ҡуңҡаҫ башҡорт урта мәктәбе уҡыусылары

Башҡортостандың Миәкә районы Ҡаран-Ҡуңҡаҫ башҡорт урта мәктәбе етәксеһе Зөлфиә Сәйетова белдереүенсә, юғары синыфтарҙа башҡорт теле аҙнаһына 2 сәғәт уҡытыла, әммә етәкселек мәктәп ҡарамағына бирелгән бер сәғәтте лә башҡорт теленә бирә, шулай итеп тыуған тел уларҙа аҙнаһына 3 тапҡыр уҡытыла. Ауылда ҡатнаш ғаиләләрҙә тыуған балалар ҙа үҙҙәрен башҡорт тип иҫәпләй һәм башҡортса һөйләшә икән.


Зөлфиә ханым, Ҡаран-Ҡуңҡаҫ башҡорт урта мәктәбе ҡасан асылған?

Ҡаран-Ҡуңҡаҫ мәктәбе 1921-се йылда асылған. Шунан һуң 1996-сы йылда беҙ яңы мәктәп бинаһына күстек. Бик матур, ике ҡатлы, ҙур мәктәп төҙөнөләр беҙгә.

Мәктәптә бөгөнгө көндә нисә бала уҡый?

Ике күрше ауыл балалары менән бергә 88 уҡыусы уҡый. Улар беҙгә Күл-Ҡуңҡаҫ ауылы һәм Софиевка башланғыс мәктәптәренән бишенсе кластан башлап киләләр һәм 11-се класҡа тиклем уҡыйҙар. Был ауылдарҙан тыш, Маяҡ ҡасабаһынан да ике бала килеп уҡый, унда мәктәп туғыҙ йыллыҡ ҡына.

Ул балалар Ҡаран-Ҡуңҡаҫҡа нисек килә?

Уларҙың бында туғандары бар, уларҙа тороп уҡыйҙар, мәктәптең торлағы юҡ.

Йыл һайын баларҙың һаны үҙгәрә ме?

Әлеге ваҡытта балаларҙың һаны әҙәйеүгә бара. Әммә бер-ике йылдан һуң күбәйеү көтөлә. Һикһәненсе-туҡһанынсы йылдарҙа тыуған балалар уҡығанда мәктәптә иң күбе 150-гә яҡын уҡыусы бар ине. Улар ваҡытында икешәр параллель кластар бар ине.
Зөлфиә Сәйетова


Мәктәпте бөткәс, балалар күбеһенсә ниндәй уҡыу йорттарына керәләр?

Бына мәҫәлән быйыл, бер бала Стәрлетамаҡ физкультура институтына керҙе. Беҙҙең балалар күбеһенсә техникумдарға керәләр, мәҫәлән Өфө нефть техникумына. Туғыҙынсы кластан киткән уҡыусыларҙың барыһы лицейҙарға, гимназияларға керәләр, Өфөлә, Стәрлетамаҡта уҡыйҙар.

Уҡып бөткәс, ауылға ҡайталар мы һуң?

Бик һирәк ҡайталар. Башҡа ауылдарҙа уҡыталар, ҡалаларҙа ҡалалар, үҙебеҙҙең районға ҡайталар. Ҡайһы ауылдарҙа уҡытыусылар етмәй, шунда уларҙы урынлаштыралар.

Һеҙҙең мәктәптә башҡорт балаларынан тыш, башҡа милләт балалары ла уҡый мы?

Беҙҙә башҡа милләт балалары бар, тик улар барыһы ла башҡортса һөйләшә. Үҙҙәрен башҡорт тип һанай. Сөнки уларҙың ата-әсәһенең береһе татар, йәки урыҫ булһа, икенсеһе беҙҙең ауылдағы башҡорт бит инде.
Башланғыс кластарҙа башҡорт теле аҙнаһына биш-алты сәғәт, бишенсе кластан башлап әҙәбиәт һәм тел дәрестәре менән бергә биш сәғәт уҡытыла. 10-сы, 11-се кластарҙа тыуған тел дәресе ике сәғәт ҡуйылған, тик беҙ мәктәп ҡарамағына бирелгән бер сәғәтте алып, өс сәғәт итеп ҡуябыҙ.

Урыҫ теле аҙнаһына нисә тапҡыр керә?

Кластарына ҡарап биш-алты тапҡыр керә. Сит телдәргә килгәндә инде, икенсе кластан башлап, инглиз теле уҡытыла. Әлеге ваҡытта мәктәптә 21 уҡытыусы иҫәпләнә, уның икеһе икенсе ауылдан килеп аҙнананың өс көнө үҙҙәрендә, өс көнө беҙҙә уҡыталар.

Ауылда бөгөнгө көндә балалар күп тыуа мы?

Әлеге ваҡытта балалар күп тыуа башланы. Беҙ киләсәктә уҡыусыларҙың тағы ла күбәйеүен көтәбеҙ.

фикерләрне күрсәт

XS
SM
MD
LG