Accessibility links

якшәмбе, 4 декабрь 2016, Казан вакыты 09:10

Башҡортостан юғары судына бер кеше республикала мосолман байрамдарын бөтөрөү үтенесе менән мөрәжәғәт иткән. Ҡорбан байрам һәм Ураҙа байрам уның хеҙмәт хоҡуҡтарын боҙа икән. Суд уның теләген үтәргә риза булмаған.


Башҡортостанда йәшәүсе бер кеше, үҙен атеист тип һанай һәм мосолман байрамдарында ял итергә теләмәй. Әммә христиан байрамдары тураһында ул үҙ фекерен белдермәгән. 11-се июлдә республика юғары судында был осраҡ буйынса хөкөм үткәрелгән. Дини байрамдарҙа ял итеүҙе атеисттарға һәм башҡа дин кешеләренә ҡарата дискриминация тип атай һәм уның конституцияла ҡаралған хеҙмәт хоҡуҡтанын боҙа ти.

Башҡортостан юғары суд рәйесе ярҙамсыһы Елена Макушина уны былай тип аңлатты: «Хөкөмдә республика президенты хакимиәте, ял көндәре указына ҡул ҡуйыусы булараҡ, һәм Ҡоролтай хакимиәте, ҡанунды сығарыусы ағза булараҡ ҡатнашты. Дини байрамдарҙа ял итеү хеҙмәт кодексы менән дә, йә ғөмүмән Рәсәй ҡануниәте менән дә ҡаршылыҡта түгел. Рәсәй төбәктәренең үҙ дини байрамдарын ял көндәре тип иғлан итергә хаҡтары бар. Шуға таянып, юғары суд дәғүәсенең талабын кире ҡаҡты. Әммә хөкөмгә биреүсе был ҡарар менән риза түгел һәм уға ҡаршы ялыу биргән. Хәҙер инде был эштең Рәсәй юғары судына ебәреләсәге ихтимал.»

Рәсәй федерацияһы ҡанундары буйынса, шәмбе һәм йәкшәмбе көндәренән башҡа, йылына 18 көн ял тип иҫәпләнә. Бынан тыш, Башҡортостанда «Байрам һәм иҫтәлекле көндәр, һөнәри байрамдар һәм башҡа мөһим даталар тураһында” ҡануны буйынса, ял көнө тип иҫәпләнгән өҫтәлмә 3 көн билдәләнә: 11-се октябрь - Республика көнө, Ураҙа байрам һәм Ҡорбан байрам. Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдары ай календары буйынса йыл һайын Башҡортостан республикаһы хөкүмәте тарафынан иғлан ителә.

Белгес фекере
Зөбәйҙә Яхина

Татарстандың атҡаҙанған юристы Зөбәйҙә Яхина был хаҡта үҙ фекере менән уртаҡлашты: “Беҙҙең төп ҡанун ул Рәсәй федерацияһы конституцияһы. Уның 37-се мәддәһендә хеҙмәт азат булырға тейеш тейелгән. Хеҙмәт итергә теләгән кеше үҙенең шөғөлө буйынса эшкә урынлашырға хоҡуҡлы. Әгәр ҙә ул эшкә кергән икән, ул хеҙмәт килешеүенә ҡул ҡуйған тигәнде аңлата. Хеҙмәт килешеүендә барыһы ла яҙыла: ниндәй көндәр ял көнө, ниндәй көндәр эш көнө, эш хаҡы һәм башҡа. Әгәр кеше был килешеүгә ҡул ҡуя икән, уға буйһонорға тейеш. Ҡанунды былай ҡулланырға тырышыу, минең уйлауымса – мәғәнәһеҙлек. Бөгөнгө көнгә беҙҙең хеҙмәт эйәләренең бөтөн ҡайғыһы бындай төрлө проблемаларҙа ғына булһа, беҙ бик рәхәт йәшәйбеҙ, тип әйтер инем. Әммә беҙҙә башҡа проблемалар ҙа етәрлек бит, эшһеҙлек мәсьәләһе, мәҫәлән.

Ул кеше, үҙенең ризаһыҙлығы менән судҡа мөрәжәғәт итергә хоҡуҡлы, ә инде уның мөрәжәғәте ҡәнәғәтләндерелә ме, юҡ мы - уныһы хөкөм эше. Ләкин конституциянан, хеҙмәт кодексынан, хөкөм практикаһынан сығып, был осраҡта уның дәғүәләре урынһыҙ, тип әйтер инем. Хөкүмәттең ҡарары бар икән, яҡшы мы, яман мы, беҙ уға ҡаршы бара алмайбыҙ. Был яһалма уйлап сығарылған проблема.

Был осраҡта мине иң борсоғаны - ул бындай ғаризалар килеп сығыуы бер ҙә был кешенең ҡаты эшләгеһе килгән өсөн, йә байрам көндәре уға ҡамасаулаған өсөн дә түгел, был милләттәр араһында күрәалмаусылыҡ тыуҙырыу өсөн эшләнә, тип уйлайым. Был минең шәхси фекер, әлбиттә”.

фикерләрне күрсәт

XS
SM
MD
LG