Accessibility links

Кайнар хәбәр

Араҡы, шарап, һыра – ҡайҙа нимә эсәләр


Донъяла ҡайһы илдәрҙә ниндәй иҫерткес эсемлектәрҙе күберәк ҡулланалар? Был мәсьәләне өйрәнер өсөн белгестәр «Европа алкоголь билбауҙары» тигән рәсми төшөнсәне әйләнешкә индерген.


«Араҡы билбауы» һыуыҡ илдәргә хас, улар араһында Рәсәй, Польша, Украина, Белоруссия, Скандинавия һәм Балтик буйы илдәре бар. Был илдәрҙә иген йә иһә виноград үҫтерергә кәрәкле шарттар юҡ. Шулай уҡ халыҡта алкоголь ҡышҡы һыуыҡтарҙан һаҡлай тигән ышаныу йөрөй.

«Шарап билбауы» Франция, Испания, Италия кеүек йылыраҡ илдәргә хас. Был Рим империяһы тоҡомдары күптән инде виноград үҫтереп шарап эшләргә өйрәнгән һәм иҫерткес эсемлектәр ҡулланыуҙың күп йыллыҡ этикеты һәм йолаһы барлыҡҡа килгән.

«Һыра билбауына» уртаса һыуыҡ һауалы үҙәк Европа илдәре инә, бында иген төньяҡ - көнсығыш илдәренә ҡарағанда яҡшыраҡ үҫә, әммә виноград үҫтерер өсөн ҡояш йылыһы етмәй. Был билбауҙа Германия, Бельгия, Швейцария кеүек илдәр бар. Был илдәрҙең элек-электән тарихи төп шөғөлө ауыл хужалығы һәм иген үҫтереү булған.

Ҡайһы бер илдәрҙең ҡатнаш билбауға инеүе мөмкин, мәҫәлән, Чехияның көньяҡ-көнсығыш Моравия өлкәһендә шарап, ә Богемия өлкәһендә күберәк һыра эселә. Шулай уҡ аҙаҡҡы йылдарҙа «араҡы билбауы» илдәренең күберәк һыра эсә башлауы күҙәтелә.

Скандинавия илдәрендә, Ирландияла һәм Польшала XX быуаттың 50-се йылдарында эскеселек проблемаһы ҙур булыу өсөн, хөкүмәт сәйәсәте араҡыны әҙерәк алкоголле булған һыра менән алмаштырырға планлаштырған. Бының өсөн маҡсус рәүештә халыҡ араһында һыра пропагандаһы үткәрелгән. Мәҫәлән, Польшала был сәйәсәт бик уңышлы тормошҡа ашырылған һәм хәҙерге ваҡытта һыра араҡыны бөтөнләй алмаштырған. Был сәйәсәт үткәрелгән илдәрҙә эскеселек проблемаһы менән бергә үлем дә кәмегән.

Донъя Һаулыҡ Ойошмаһының 2011 йылдағы мәғлүмәттәренә ҡарағанда Рәсәйҙә 63% кеше спиртлы эсемлектәр ҡуллана, ә 33% - ты һыра эсә. Шулай уҡ был тикшеренеүҙәр Рәсәйҙә аҙаҡҡы ун йылда араҡы эсеүҙең 40%-ҡа кәмеүе, һәм киреһенсә, һыра эсеүҙең яҡынса 30%- ҡа артыуын күрһәтә. Һыраны Рәсәйҙә алкоголь эсемлек тип һанау ҡануны был һандарҙы ҡайһы яҡҡа үҙгәртер икәне әлегә билдәле түгел.
XS
SM
MD
LG