Accessibility links

Кайнар хәбәр

Өфөгә күктән ҡарап буласаҡ


Өфө ҡалаһы күк йөҙөндә 4-се августа Яндекс дирижаблен күҙәтергә була. Был проект ҡала панорамаһын 150-200 метр бейеклектән төшөрөр өсөн эшләнгән.

Бының өсөн пилотһыҙ, радио менән идара ителмәле 12 метр оҙон Яндекс дирижабле йәлеп ителә. NASA һәм Оксфорд университеты ғилми тикшеренеүҙәр өсөн шундай уҡ һауа корабы ҡуллана.

Дирижабль кесаҙна иртән таң менән Өфө ҡалаһы өҫтөнә күтәреләсәк. Уның төшөргәнен Яндекс компанияһы Интернет селтәренә күйғас, барыһы ла күрә ала.
XS
SM
MD
LG