Accessibility links

пәнҗешәмбе, 8 декабрь 2016, Казан вакыты 07:01

Башҡортостан Диниә назараты фидиә, фитыр, нисаб күләмен билдәләне



Изге Рамаҙан айында ураҙа тота алмаған өсөн түләү, йәғни фидиә – тәүлегенә 150 һум. Мосолман 29 көн дауамында бер көн дә ураҙа тотмаһа 4 мең 350 һум түләргә тейеш була. Фидиә күләме төбәктәге төп ризыҡтарға хаҡтар нисбәтенән иҫәпләнә.

Республика мосолмандары Диниә назараты шулай уҡ Ураҙанан һуң бирелә торған фитыр саҙаҡаһының күләмен дә билдәләне. Йәғни һәр социаль ҡатлам өсөн ул төрлөсә. Мәҫәлән, килемдәре йәшәү минимумынан түбәнерәктәр 30 һум фитыр саҙаҡаһы түләргә тейеш. Урта хәллеләр – 100, бай мосолмандар 200 тәңкә түләргә бурыслы.

Диниә Назараты Башҡортостанда нисаб күләмен 60 мең һумдан билдәләне. Ошонан сығып, нисабы аҙ булғандар йылына бер мең ярым, хәллеләр бер мең ярым һумдан күберәк зәкәт түләргә тейеш. Барлыҡ йыйылған аҡса хәйриәгә тотоноласаҡ тип вәғәҙәләй Диниә назараты.

Мосолманға аҡса түләп гонаһтан ҡотолоу фарызмы, мәсет кемдең күпме хәйер биреүенә ҡыҫылырға тейешме, тигән һорауға Морат хажи Лоҡманов, башҡа хәйергә ҡыҫыла алмай, ураҙа хәйере һәр йыл айырым билдәләнә, тигән аңлатма бирҙе.

XS
SM
MD
LG