Accessibility links

пәнҗешәмбе, 8 декабрь 2016, Казан вакыты 03:23

Европа берлегендәге ҡайһы бер сәйәсәтселәр йәкшәмбе көнө бөтә кибеттәрҙе лә ябыу тураһындағы ҡанунды ҡабул итеү өсөн тырыша. Әммә ябай халыҡтың ҡанунға уҙ ҡарашы бар.


Христиан йолаһы буйынса Алла донъяны алты көн эсендә барлыҡҡа килтергән һәм етенсе көн ял иткән. Шуға Алла ял иткән көндә кешенең эшләүе гөнаһ тип һанала. Шулай уҡ аҙнаның етенсе көнө, йәғни йәкшәмбе, Ғайса пәйғәмбәр үлгәндән һуң терелеү көнө тип иҫәпләнә һәм христиандар өсөн изге көн.

Дөнъяла христиан дине таралғандан бирле күп илдәр был йоланы тотоп килә һәм йәкшәмбе улар өсөн ял көнө. Был ял шулай уҡ ҡайһы бер илдәрҙә кибеттәрҙә һатыу эшенә лә ҡағыла.

Европаның ҡайһы бер илдәрендә йәкшәмбе көнө бөтөнләй һатыу тыйылған. Был тыйыу бигерәк тә көнбайыш Европа илдәрендә таралған. Мәҫәлән Австрияла, Швейцарияла, йә Бельгияла хөкүмәт аҙнаның етенсе көнөндә һатыу кибеттәрен асырға рөхсәт итмәй. Был илдәрҙә йәкшәмбе көнө бик ашығыс әйбер кәрәк булһа, уны бензин ҡойоу станцияларында, аэропортта йә тимер юл станцияларындағы бәләкәй кибеттәрҙә генә алып була. Шулай уҡ туристтар өсөн сувенир кибеттәре, йә сәскә киосктары был ҡанунға буйһонмай.

Көнсығыш Европа илдәре был мәсьәләгә еңелерәк ҡарай һәм Алла ял итергә ҡушкан көндә һатыу эшен алып барыуҙы гөнаһ тип һанамай. Мәҫәлән дингә бик бирелгән Польшала 12 дәүләт байрамы тип иғлан ителгән көндәрҙән башка, бөтә көндәрҙә лә кибеттәр туҡтауһыҙ эшләй. Ә Чехияла йәкшәмбелә эшләү-эшләмәү кибеттең хужаһының теләгенән тора.

Ҡанун дини яҡтан ғына түгел, этик яҡтан мөһим

Яңырак Европа берлегендә был мәсьәләне «христиан демократтары» фирҡәһе ағзалары күтәрҙе. Фирҡә вәкиле Ян Бржезина йәкшәмбе көнө кибеттәрҙең эшләмәүе дини яҡтан ғына түгел, этик яҡтан да бик мөһим ти. «Бында рух таҙалығы тураһында һүҙ бара. Кеше аҙнаның бер көнөндә әйбер һатып алыу менән түгел, ә йән өсөн файҙалы әйберҙәр менән шөғөлләнһә, якшырак булыр ине», - тип аңлата ул.

Уның менән христиан сиркәүе лә ризалаша. Кеше көн дә эш, аҙык-түлек, кейем тураһында уйлай. Шуға күрә аҙнаның бер көнөн булһа ла ул үҙ ғаиләһенә, үҙенә бағышларға, йәнен һәм тәнен ял иттерергә тейеш, тигән фекерҙәрен белдерәләр. Шулай итеп, киләсәктә Брюссель бөтөн Европа берлегендәге илдәрҙә йәкшәмбе сауҙа тыйылыуы ихтимал.

Был ҡанунға, әлбиттә, ҡаршы булыусылар ҙа бар. Әйтәйек, Австрия йәкшәмбе көнө һатыу тыйылған илдәрҙең береһе. Ридчард Лугнер Венала Лугнер Сити сауҙа үҙәге хужаһы. Ул июнь айында федераль конституция судына үҙенең ризаһыҙлығы менән мөрәжәғәт иткән. Австрияла кибеттәрҙә дүшәмбенән шәмбегә тиклем тауар һатырға рөхсәт ителә, әммә сауҙа аҙнаһына 72 сәғәттән артырға тейеш түгел. Ридчард Лугнер әйтеүенсә, кешеләр күбеһенсә йәкшәмбе, эштән буш ваҡытта сауҙа үҙәгенә күберәк килер ине. Был ҡанун Австрияла ғәмәлдә булган өсөн ул миллиардтарса доллар юғалтыуына борсола. «Күп кибеттәр был сикләү өсөн тулы ҡеүәтенә эшләй алмай, был эшҡыуарлыҡҡа ҙур зыян килтерә, иреклекте сикләй», - ти Лугнер. Уҙған йыл Австрияла үткәрелгән тикшереүҙәр барышында халыҡтың 19% был сикләүҙәрҙе бөтөрөу өсөн тауыш биргән. Ә туристтарҙың 63% йәкшәмбе көнө сауҙа өсөн иң уңайлы көн тигәндәр.

Был ҡанунды ҡабул итер алдынан Брюссель ябай халыҡ теләктәрен иҫәпкә алырмы юҡмы әлегә билдәле түгел.

XS
SM
MD
LG