Accessibility links

Кайнар хәбәр

Һунарсылар эре кейек аулауға рөхсәт ала


Башҡортостанда ҡайһы бер эре кейектәр һәм айыуға һунарға рөхсәт өсөн ғаризалар ҡабул итеү бара. Әлеге ваҡытта 2200 ғариза бирелгән. Ул 12 августҡа тиклем барасаҡ.

Һунарға рөхсәт алыу буйынса йәрәбә һалыуҙар бернисә тапҡыр үткәреләсәк. Уның тәүгеһе 16 авгусҡа тәғәйенләнгән. Унда һунарсылар ҡабан сусҡаһын һәм айыу аулау буйынса рөхсәт ҡағыҙҙары аласаҡ. Мышы һәм ҡоралайға һунар буйынса документтар сентябрь айында тапшырыласаҡ.
XS
SM
MD
LG