Accessibility links

җомга, 9 декабрь 2016, Казан вакыты 06:49

Башҡортостан хөкүмәтенең Йөрәктауҙан һәм Торатауҙан ҡомартҡы статусын алып, шихандарҙы эшкәртеүгә рөхсәт биреүе ихтимал. Был тәбиғи ҡомартҡылар өсөн алыш республика кимәленән Рәсәй кимәленә күсте.


Стәрлетамаҡ ҡалаһы янындағы шихандар үҙенсәлекле тәбиғи ҡомартҡылар булып тора. Улар Йөрәктау, Ҡоштау, Шахтау һәм Торатау шихандары. Боронғо ваҡытта был урындарҙа диңгеҙ булған тигән фараздар бар. Белгестәр әйтеүенсә, шихандар 260 млн йыл элек һыу аҫтында барлыҡҡа килгән һәм әлегә тиклем һаҡланып ҡалған коралл рифтары. Был үҙенсәлекле шихандар ғилми йәмәғәтселек өсөн бик мөһим һәм 1937 йылда унда бөтә донъя халыҡ-ара геология конгрессы үткәрелгән.

Был дүрт шихандың иң тәпәше һәм иң текәһе Йөрәктау, уның оҙонлоғо бер километр һәм бейеклеге диңгеҙ кимәленән 338 метр. Икенсе шихан - Ҡоштау, оҙонлоғо 3 км 500 метр, бейеклеге 357 метр. Был тауҙы тулыһынса тейерлек урман ҡаплаған, әлеге ваҡытта унда ял йорттары урынлашҡан. Өсөнсөһө 406 метр бейеклектәге Торатау шиханы. Дүртенсе шихан «Сода» ширҡәтенә эзбисташ сығанағы булараҡ бирелгән Шахтау. Әлеге ваҡытта унан таш карьер ғына ҡалған һәм бейеклеге 35 метрға кәмегән.

Шахтауҙан башҡа шихандар бай флора һәм фаунаға эйә һәм махсус һаҡлана. Был тауҙарҙа башҡа ерҙә булмаған үҫемлектәр табырға мөмкин, унда йәшәгән йәнлектәрҙең күбеһе «Ҡыҙыл китапҡа» кертелгән. БАССР министрҙар советы тарафынан 1965 йылдың 17 августында һәм 1985 йылдың 26 декабрендә Торатауға һәм Йөрәктауға республика кимәлендәге тәбиғи ҡомартҡы исеме бирелгән. Шулай уҡ Башҡортостан республикаһы хөкүмәте ҡарары буйынса 1999 йылдан башлап шихандар һаҡланған биләмә тип иғлан ителгән. UNESCO ойошмаһында ла табиғи ҡомартҡылар исемлегенә инеү өсөн дағуа итә.

Шахтау XX быуаттың 70-се йылдарында эшкәртелә башлай һәм сода тап шул эзбисташтан торған шихандан эшләнә. Рәсәйҙә кальций содаһының 58% бында етештерелә. Әлеге ваҡытта республиканың - «Сода», «Каустик» һәм «Төҙөлөш кәрәк яраҡтары» ширҡәттәре был шихандың эзбисташын ҡуллана. Шахтауҙағы сығанаҡтарҙың 90% сәнәғәт өсөн тотонолған, иҫәпләүҙәр күрһәтеүенсә, 2017-2019-сы йылдарға шихандың байлығы бөтөнләй бөтәсәк һәм был ширҡәттәргә тиҙерәк яңы эзбис сығанағы табыу бик мөһим. Шуға күрә ҡалған шихандарҙан тәбиғи ҡомартҡы статусын алып эшкәртә башлау уларға мәсьәләне сисеү юлы булып тойола.

Ер һәм мөлкәт мөнәсәббәттәре министры Юлай Ильясов шихандарҙы эшкәртеү «химия сәнәғәте өсөн минерал сығанаҡтарҙы тулыландарырға, «Сода» һәм «Төҙөлөш кәрәк яраҡтары» ширҡәттәренең туҡтауһыҙ эшләүе өсөн кәрәк», ти. «Кире осраҡта иһә ҡаланың иң ҙур ширҡәттәре ауыр хәлдә ҡаласаҡ. Был кальцийланган сода етештереүҙе, быяла һәм химия сәнәғәттәрен ҡатмарлы хәлгә ҡуя», тип әйтелә уның исеменән яҙылған мөрәжәғәттә.

«Башҡорт химияһы» ширҡәте рәйесе Надежда Пинигина Башҡортостанда ярҙам тапмай, Торатау һәм Йөрәктауҙан айырыуса һаҡланылған ҡомартҡылар статусын алып, тауҙарҙы эшкәртеү өсөн рөхсәт биреүҙе һорап Рәсәй хөкүмәтенә мөрәжәғәт итергә мәжбүр була.

Шихандарға ҡул һуҙыусыларға ҡаршы көрәшеүселәр ҙә байтаҡ. Мәҫәлән, активисттар шихандарҙы һаҡлап ҡалыу үтенесе менән Рәсәй президенты Дмитрий Медведевҡа 2009-сы йылда уҡ хат яҙған. Улар шихандарҙың үҙенсәлекле флораһы һәм фаунаһын һаҡлап ҡалыр өсөн геология паркы ойоштороуҙы һорағандар. Әле улар шихандарҙы һаҡлап ҡалырға теләүселәрҙән ҡултамғалар йыя. Шулай уҡ Башҡортостандың күренекле 50 ғалимы һәм танылған белгестәре ҡултамғаларын ҡуйып республика президенты хәкимиәтенә тапшырған. Уҙған йыл республика президенты Рөстәм Хамитов «Тере журнал»да: «Сода сығанағы мәсьәләһе еңел сиселә торғандарҙан түгел, әммә шихандарҙы эшкәртеү ҙә унан сығыу юлы түгел. Башҡа сығанаҡтар табырға кәрәк. Мин үҙемдең һүҙемдә торам. Шихандарға ҡағылмаҫҡа!», тип яҙғайны. Әммә быйыл ул был мәсьәләгә ҡарата рәсми фекерен белдермәй.

Белгестәр әйтеүе буйынса, эзбисташ сығанаҡтары шихандарҙан башҡа Ҡаран һәм Ғүмәр ятҡылыҡтарында ла бар. Был ятҡылыҡтар ширҡәттән 60 километр йыраҡлыҡта һәм әлбиттә унда карьер ҡороу өсөн аҡса кәрәк буласаҡ. «Сода» генерал етәксеһе Сергей Лобастов «Ул сығанаҡты ҡуллана башлау һөҙөмтәһендә беҙҙең продукцияның үҙ ҡиммәте 2000 тапҡыр үҫәсәк», ти.

фикерләрне күрсәт

XS
SM
MD
LG