Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостанда машина урлау артҡан


Республикала йыл башынан 560 машинаны ҡыуып алып киткәндәр. 94 автомобиль һаман да табылмаған. Ҡорос ат урлауға бәйле һәр өсөнсө енәйәт Өфөлә теркәлә.

Былтырғы менән сағыштырғанда, быйыл машина урлау 36 процентҡа артҡан. Тағы шуныһы - бурҙар башлыса 10-сы һәм 14-се модель Ладаларға өҫтөнлөк бирә. Девяткалар хәҙер ул тиклем иҫәптә түгел. Иномаркалар араһында Тойота машинаһына өҫтөнлөк бирәләр.
XS
SM
MD
LG