Accessibility links

Кайнар хәбәр

Өфөлә ИКЕА асылды


Өфөлә ИКЕА сауҙа үҙәге файҙаланыуға тапшырылды. Мебель, йорт кәрәк-яраҡтары һатыуға ҡулайлашҡан комплексты асыу тантанаһында республика президенты Рөстәм Хәмитов, ИКЕА-ның Рәсәй һәм Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәре буйынса генераль директоры Пер Вендшлаг, Швецияның Рәсәйҙәге вәкиле Мартин Оберг ҡатнашты.

Рөстәм Хәмитов үҙ сығышында инвесторҙарҙы Башҡортостанға килергә саҡырҙы, улар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылыуын билдәләне. Республика президенты шулай уҡ ИКЕА-ла Башҡортостанда етештерлгән мебель һатыу мәсьәләһен дә күтәрҙе. Сауҙа комплексы етәкселеге республика етештереүселәре менән һөйләшеүҙәргә әҙер булыуын белдерҙе.

ИКЕА-ға Өфө-Аэропорт юлында 2003 йылда уҡ ер бүленгәйне. Әммә төрлө контроль һәм тикшереү органдары яғынан дәғүәләргә бәйле, төҙөлөш оҙаҡҡа һуҙылды. Килеп тыуған хәлгә президент үҙе иғтибарын көсәйткәндән һуң ғына, ИКЕА-ны асыу мәсьәләһе ыңғай хәл ителде.
XS
SM
MD
LG