Accessibility links

Кайнар хәбәр

10-11 кластарҙа башҡорт телен теләгән уҡыусы ғына өйрәнәсәк


Барлыҡ ил менән бер рәттән Башҡортостан да яңы уҡыу йылын башланы. Ул байтаҡ үҙгәрештәр менән килде.

Белем биреү яңы стандарттар буйынса алып барыла. Күп ауылдар мәктәпһеҙ ҡалды - оптималләштереү тип атала уныһы. Башҡорт телен уҡытыу-уҡытмау тирәһендә бәхәстәр дауам итә.

Яңы уҡыу йылынан өлкән класстарҙа башҡорт телен өйрәнеү уҡыусының теләге буйынса буласаҡ, тине август кәңәшмәһендә Башҡортостандың баш уҡытыусыһы.

Мәктәптәр профилле уҡытыу системаһына күсә һәм Берҙәм дәүләт имтиханын иҫәпкә алып, 10-11 кластарҙа башҡорт телен мотлаҡ дәрестәр исемлегенән сығарырға ҡарар ителгән.
XS
SM
MD
LG