Accessibility links

"Локомотив" фажиғәһе Башҡортостан халҡын да тетрәндерҙе


Тап самолет ҡолаған ваҡытта Өфөлә "Салауат Юлаев" менән "Атлант" араһында континенталь хоккей лигаһындағы тәүге уйын башланып тора ине. Уйынды беренсе осор барышында туҡтаттылар.

"Атлант" һәм "Салауат Юлаев" хоккейсылары бөгөн ғибәҙәтханаға барҙы. "Атлант" уйынсыларының сираттағы матчы Түбәнге Камала иртәгә була. Хоккейсылар Башҡортостандан Татарстанға самолетта осоуҙан баш тартты, улар Түбәнге Камаға автобуста юлланды.

Континенталь хоккей лигаһының профсоюздар рәйесе Андрей Коваленко әйтеүенсә, һәләк булған хоккейсыларҙың туғандарына ярҙам тәҡдим итеп, шылтыратыуҙар башланған. Шул иҫәптән "Салауат Юлаев"тан Максим Сушинский шылтыратып, Өфө хоккейсыларының былтырғы йыл өсөн пенсия тупланмаһын күсерәсәктәрен белдергән.
XS
SM
MD
LG