Accessibility links

якшәмбе, 11 декабрь 2016, Казан вакыты 07:21

Башҡортостанда яңы туристик бренд булдырыла


Учалы районындағы тәбиғәт ҡомартҡылары сәйәхәт үҙәгенә әйләнергә тейеш. Урындағы хакимиәт яңы проекттар тәҡдим итә. Уларҙың береһе – Ирәмәл тауы.

Бында тау саңғыһы комплексын төҙөү ҡарала. Ахун ауылы янындағы боронғо таштар ҙа туристарҙа ҡыҙыҡһыныу уятырға тейеш. Райондағы Әүлиә шишмәһенә генә быйыл ҡырҡ мең кеше килгән. Төбәктең Азия һәм Европа киҫешкән урында булыуы ла отошло.

XS
SM
MD
LG