Accessibility links

Кайнар хәбәр

Өфөлә хәләл ризыҡ бәйгеһе үтте


Өфөлә Беренсе төбәк ара Хәләл ризыҡты тәмләп ҡарау буйынса бәйге үтте. «Өфө Хәләл-2011» бәйгеһендә Башҡортостан, Силәбе, Һамар, Белгород һәм Ҡаҙаҡстандан 20-гә яҡын ислам ҡанундары буйынса аҙыҡ-түлек ризыҡтары етештергән ойошма ҡатнашты.

Бәйгенең төп маҡсаты – халыҡтын сәләмәтлеген нығытыу, сөнки хәләл ризыҡ ислам ҡанундары буйынса һәм экологик яҡтан таҙа аҙыҡтарҙан етештерелә. Хәләл продукцияһын һәр бер кеше, төрлө милләт һәм дин вәкилдәре ҡуллана ала.
XS
SM
MD
LG