Accessibility links

сишәмбе, 6 декабрь 2016, Казан вакыты 19:04

"Берҙәм Рәсәй" фирҡәһе ҡорона делегаттар һайланды


"Берҙәм Рәсәй" фирҡәһенең төбәк бүлексәһе конференция уҙғарҙы. Унда Мәскәүҙә үтәсәк фирҡә ҡорона делегаттар һайланды. 16 кешенән торған исемлекте президент Рөстәм Хәмитов етәкләй.

Парламент спикеры Константин Толкачев, президент хакимиәте башлығы Владимир Балабанов, вице-премьерҙар Әнүәр Мәхмүтов менән Зөһрә Рәхмәтуллина, фирҡәнең төбәк башҡарма комитеты башлығы Рөстәм Ишмөхәмәтов һәм башҡалар менән бергә "Берҙәм Рәсәй" ҡорона Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы лидеры Марсель Йосопов та барасаҡ.

Партияның юғары шураһы ағзаһы, Башҡортостандан экс-президент Мортаза Рәхимовты съезға саҡырмағандар.

XS
SM
MD
LG