Accessibility links

якшәмбе, 4 декабрь 2016, Казан вакыты 09:12

Өфө һайлауҙарға әҙерләнә


Башҡортостан үҙәк һайлау комисиияһы рәттән ике көн кәңәшмәләр уҙғара. Тәүге көндө Территориаль һайлау комиссиялары вәкилдәрен йыйып һайлауҙарҙы нисек ойошторорға өйрәттеләр, иртәгәһенә ошо уҡ мәсьәлә буйынса район һәм ҡала газеталары мөхәррирҙәрен йыйҙылар Өфөгә.

Республика үҙәк һайлау комиссияһы секретары Нәйлә Алтынова әйтеүенсә, Башҡортостан һайлаусылар һәм һайлау участкалары һаны буйынса илдә иң ҙурҙарҙан иҫәпләнә.

Нәйлә Алтынова яңы федераль ҡанун буйынса фирҡәләргә газета биттәрендә һәм радио-телевидение эфирҙарында бушлай өгөт мөмкинлеге буйынса аңлатма ла бирҙе. Барлыҡ партияларға бергә 30 минут бушлай ваҡыт бүленә. Теләгән фирҡәләр үҙ аҡсалары иҫәбенә лә ваҡыт һатып ала ала. Әммә ул бушлай өгөт ваҡытынан ике тапҡырға артырға тейеш түгел.

XS
SM
MD
LG