Accessibility links

шимбә, 3 декабрь 2016, Казан вакыты 12:52

Гәрәй ырыуы ҡор йыя



Башҡорттарҙың тағы бер ырыуы ҡор йыя. Йома һәм шәмбелә гәрәй ырыуы вәкилдәре йыйыласаҡ.

Гәрәй ырыуы - Алтын Урҙаның төп ҡәбиләләре булған ҡуңғарттар һәм кирәйҙәр вариҫтары, ти тарихсылар. Алтын Урҙа хакимлығы осоронда был ҡәбиләләр Балхаштан Ҡырымғаса йәйелгән.

Башҡорт ырыуҙары 450 йыл элек рус дәүләтенә бойһонғас, гәрәйҙәр икегә бүленә, бер өлөшө хәҙерге Краснокама, Яңауыл, Тәтешле, Илеш райондары, Татарстандың Аҡтаныш районы биләмәләрендә йәшәй. Икенсе өлөшө вариҫтары Ишембай, Бөрйән, Әбйәлил тарафтарында.

Урыҫ йырсыһы Андрей Губин да ошо ырыу вариҫы, уның әсәһе гәрәйҙәр араһынан.

XS
SM
MD
LG