Accessibility links

сишәмбе, 6 декабрь 2016, Казан вакыты 20:57

Өфөлә Ғабдулла Туҡайға һәйкәл ҡуймаҡсылар



Башҡортостандан бер төркөм шағирҙар, яҙыусылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре президент Рөстәм Хәмитовҡа асыҡ хат күндерҙе. Улар Өфөлә татар халҡының бөйөк шағиры Ғабдулла Туҡайға һәйкәл асыу башланғысын күтәрә.

Өфөлә Туҡай урамы бар. Бар ғына ла түгел, Аҡ йорт та ошо урамда урынлашҡан. Яҙыусы-шағирҙар, Ғабдулла Туҡай һәйкәле ошо урамда былырға тейеш, тип белдерә.

Президентҡа асыҡ хат күндереүселәр араһында шағир, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Ирек Кинйәбулатов та бар. Ирек әфәнде, Татарстан да яуапһыҙ ҡалмаҫ, Ҡаҙан ҡалаһында башҡорттоң берәй бөйөк шәхесенә һәйкәл ҡуйырҙар, тигән өмөттә. Дуҫлыҡ ике яҡлы булырға тейеш бит.

XS
SM
MD
LG