Accessibility links

пәнҗешәмбе, 8 декабрь 2016, Казан вакыты 19:15

Өфөгә Рәшит Нурғәлиев килде


Өфөгә Рәсәйҙең баш полицейскийы Рәшит Нурғәлиев килде. Рәсәй эске эштәр министры Башҡортостандағы полиция эшмәкәрлеген бик яҡшы тип белдерҙе.

Уның әйтеүенсә, республикала йыл башынан 30 мең енәйәт асыҡланған. Коррупция, башҡа иҡтисади енәйәттәр менән көрәш тә яҡшы кимәлдә ойошторолған. Терроризм, экстремизм осраҡтары, наркотиктар менән көрәш, кибер-енәйәтселекте иҫкәртеү һәр ваҡыт иғтибарҙа.

Рәшит Нурғәлиев Өфөгә Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының 92 йыллығына арналған сараларҙа ҡатнашыу өсөн килде. Ул президент Рөстәм Хәмитов менән бергә полиция хеҙмәткәрҙәре һәм курсанттарҙың парадын ҡараны, өлгөлө хеҙмәткәрҙәргә наградалар тапшырҙы.

Халыҡта бер-береңә бүләк бирешеү йолаһы бар. Рәшит Нурғәлиев Рөстәм Хәмитовҡа кинжал бүләк итте, яуап итеп президент Эске эштәр министрын ҡылыс менән бүләкләне.

XS
SM
MD
LG