Accessibility links

Кайнар хәбәр

Баймаҡ мәсетенә элекке имам ҡайтарылған


Баймаҡтағы мәсетте баҫып алыу, төбәктә ваххабиттар табып ҡулға алыу темаһы Башҡортостанды тағы ла яман яҡтан данланы. Ошо хәлдәрҙән һуң Республика мосолмандары Диниә назараты, президент ҡарамағындағы дәүләт-конфессия ара мөнәсәбәттәр буйынса Шура белгестәре Баймаҡта пленум уҙғарған.

Был турала Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе Нурмөхәмәт хәҙрәт белдерҙе. Пленумда Баймаҡ мәсетенә элекке имамын кире ҡуйғандар, шулай уҡ Урал аръяғы төбәктәре буйынса Диниә назаратының махсус вәкиле тәғәйенләнгән.
XS
SM
MD
LG