Accessibility links

шимбә, 10 декабрь 2016, Казан вакыты 10:01

Күп балалы ғаиләләр ер аласаҡ


Күп балалы, шулай уҡ инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә бушлай ер участкалары бүлеү тураһында ҡанун ғәмәлгә инде. Документҡа президент Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы.

Ҡанун буйынса 3 һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған балалы ғаиләләр шәхси төҙөлөш өсөн бер тапҡыр бушлай ер участкаһы алыу хоҡуғына эйә. Ошо уҡ норма инвалид балалары булған ғаиләләргә лә ҡағыла.

Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары Илдар Әминев әйтеүенсә, республикала ошо ике категоряға 50 меңләп ғаилә ҡарай. Ерҙе улар үҙҙәре йәшәгән муниципаль биләмәләрҙә аласаҡ.

XS
SM
MD
LG