Accessibility links

Кайнар хәбәр

Айҙар Ғәлимов хәйриә концерты бирә


Айҙар Ғәлимов
Айҙар Ғәлимов
Йыйылған аҡса Иглин районы Урман ҡасабаһында хәрбиҙәр ғәйебе менән сыҡҡан шартлау һәм янғында йортһоҙ ҡалғандарға ярҙам иҫәбенә күсереләсәк.

Мәғлүм булыуынса, Айҙар Ғәлимов хәҙер йырсы ғына түгел, ул Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты ла һәм парламента урынын ул тап Иглин районы буйынса алды. Шуға күрә Айҙар Ғәлимов концерттан килгән аҡсаһын йырсы Урман ауылында мәҙәниәт йорто һалыу өсөн тәғәйенләй.

Өфөнөң Нефтселәр мәҙәниәт һарайы 963 тамашасыға иҫәпләнгән. Билеттар тулыһынса һатылған. Билеттар 100 һәм 300 һум тора. Айҙар әфәнде концерттан 500 мең һум йыя. Бынан тыш концерт барған бинала хәйриә ярҙамы күрһәтергә теләүселәргә аҡса төшөрөү өсөн урналар ҙа ҡуйылған.

башка яңалыклар

XS
SM
MD
LG