Accessibility links

сишәмбе, 6 декабрь 2016, Казан вакыты 15:12

Яҙыусыһы, шағир Александр Филлипов вафат булды


Башҡортостан башҡорттан да башҡортораҡ шағирҙы юғалтты - урыҫ яҙыусыһы, публицист һәм шағир, йәмәғәт эшмәкәре Александр Филлиповты һуңғы юлға оҙатҡанда Башҡортостан яҙыусылар берлеге рәйесе Азамат Юлдашбаев ошолай тип белдерҙе.

Александр Филлипов уҙған шәмбе ҡаты сирҙән вафат булды. Ул тыумышы менән Күгәрсен районы Йомағужа ауылынан ине.

Үҙенең бер шиғырында Александр Филиппов, мин үлгәс иң ҡайғырғандары башҡорт дуҫтарым булыр инде, тип яҙған булған, тине Башҡортостан яҙыусылар берлеге рәйесе Азамат Юлдашбаев.

XS
SM
MD
LG