Accessibility links

Башҡортостанда һайлау алды ваҡиғалары ҡыҙа


Шәмбе көн ҡайһы бер фирҡәләр урам йыйындары уҙғарып ҡараны. Реакция оҙаҡ көттөрмәне. Дүшәмбе көн "Берҙәм Рәсәй" партияһының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе башҡа сәйәси фирҡәләрҙе Ғәҙел һайлауҙар өсөн килешеүе төҙөргә саҡырҙы.

Фирҡәнең урындағы бүлексәһе лидеры Константин Толкачев бер-береңә яла яҡмаҫҡа, ҡара пиар менән булышмаҫҡа саҡырҙы. Әммә башҡа сәйәси көстәрҙең Ғәҙел һайлау килешеүенә ҡушылырға теләге юҡ. Башҡортостанда коммунистарҙың координация шураһы рәйесе, барлыҡ сәйәси көстәрҙең координаторы Рифҡәт Марданов шулай тине.
XS
SM
MD
LG