Accessibility links

Кайнар хәбәр

Интернетта Башҡортостан мәҙәниәтенә арналған портал асылды


"Башҡортостандың мәҙәни донъяһы" тигән портал асылды. Ошо уңайҙан республика президенты Рөстәм Хәмитов Интернет менән ҡулланыусыларға мөрәжәғәт итте.

Башҡортостанда мәҙәниәткә һәр ваҡыт етди иғтибар бүленде һәм бүленә. Йыр-бейеү конкурстары, ижади бәйгеләр республика һәм район-ҡалалар кимәлендә даими уҙғарыла, тине президент.

Башҡортостандың мәҙәни донъяһы порталы барлыҡ ошо ҡаҙаныштарҙы ил, донъя халҡына күрһәтеү өсөн ойошторолған да инде, тине Рөстәм Хәмитов.
XS
SM
MD
LG