Accessibility links

Кайнар хәбәр

Мостай Кәрим тыуына 92 йыл


Башҡорт әҙәбиәте аҡһаҡалы, Социалистик хеҙмәт геройы Мостай Кәримгә бөгөн 92 йәш тулған булыр ине. Башҡортостандың халыҡ шағиры, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны 1919-сы йылдың 20-се октябрендә Шишмә районының Келәш ауылында донъяға килгән. Ул 2005-се йылдың сентябрь аҙағында 86 йәшендә арабыҙҙан китте.

Халыҡ шағиры, билдәле йәмәғәт эшмәкәренең исемен мәңгеләштереү маҡсатында Милли йәштәр театрына Мостай Кәрим исеме бирелде. Өфөләге 158-се башҡорт гимназияһы әҙип исемен йөрөтә, башҡаланың Социалистик урамы ла Мостай Кәрим урамына үҙгәртелде. Шағирҙың тыуған яғы - Шишмә районы Келәш ауылында йорт-музейы төҙөлдө.

Мостай Кәримдең тыуған көнөндә - премьера. Республика Милли йәштәр театрында бөгөн ғәҙәти булмаған спектакль. Коллектив тамашасыларға Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау” пьесаһы мотивтары буйынса ҡуйылған "Тоҡ эсендәге бесәй", йәки "Башкирская пленница" спектакль-концертын тәҡдим итә.
XS
SM
MD
LG