Accessibility links

якшәмбе, 4 декабрь 2016, Казан вакыты 03:03

Башҡортостан менән Татарстанды “Салауат күпере” тоташтырасаҡ


Башҡортостандың күп яҡлы мәҙәни һәм рухи бәйләнештәрен сағылдырыусы “Салауат күпере” тип аталған яңы ижади проект ғәмәлгә ашырыласаҡ. Уны ойоштороусылар проект халыҡ-ара кимәлдә төбәктең абруйын күтәрергә булышлыҡ итәсәк тигән ышаныс белдерә.

Әле ҡалалар, тамашаларҙа ҡатнашыусылар исемлеге билдәләнә. Ойоштороусыларҙың береһе Республиканың атҡаҙанған артисы Вилдан Яруллин әйтеүенсә, проектта Башҡортостан, Татарстандың билдәле артистары ҡатнашасаҡ, шулай уҡ Үзбәкстандың “Ялла” төркөмө саҡырылған.

Мәғлүм булыуынса, аҙна башында президент Рөстәм Хәмитов башҡорт йырсыһы Вилдан Яруллин һәм татар йырсыһы Салауат Фәтхетдинов менән осрашҡайны. Ошо осрашыуҙа артистар президентты “Салауат күпере” проекты менән таныштырҙы. Ике милләт араһындағы ижади дуҫлыҡты нығытасаҡ был проект, тине йырсылар.

XS
SM
MD
LG