Accessibility links

шимбә, 10 декабрь 2016, Казан вакыты 23:46

Өфөлә Ветерандар шураһының пленумы уҙды


Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай йортонда бөгөн республика ветерандар шураһының пленумы уҙғарылды. Кәңәшмәлә ҡала һәм район ветерандары шураларының эшен яйға һалыу мәсьәләләре тикшерелде.

Республика ветерандары шураһы рәйесе Марат Муллағәлләмов, урындағы власть органдарының төп бурысы – ветеранларҙың йәшәү шарттарын яҡшыртыу, пенсияларҙы арттырыу, льгота системаһын камиллаштырыу, тине.

Ултырышта шулай уҡ 2011 йылдың 4 декабрендә уҙасаҡ Дәүләт Думаһына һайлауҙарға бәйле, ветерандар һәм пенсионерҙарға мөрәжәғәт ҡабул ителде. Марат Муллағәлләмов, һәркем тауыш бирергә хоҡуҡлы, халыҡ дөрөҫ һәм ғәҙел һайлауҙар өсөн, тине.

XS
SM
MD
LG