Accessibility links

якшәмбе, 4 декабрь 2016, Казан вакыты 17:17

Өфөлә компьютер томографияһы үҙәге ойошторола


Мәскәүҙә "Руснанотех" форумы сиктәрендә Башҡортостан менән Роснано йәмғиәте араһында ҡул ҡуйылған килешеүгә ярашлы, Өфөлә инновация технологиялары ҡулланып позитрон-эмиссион һәм компьютер томографияһы үҙәген ойоштороу ҡарала. Был үҙәктә онкология ауырыуҙарын башланғыс осоронда уҡ асыҡлап буласаҡ.

Республика президенты "Руснанотех-2011" форумында төбәк иҡтисадында инновацион алға китеште тәьмин итеү буйынса сығыш яһаны. Башҡортостанды инновация сәйәсәте өлкәһендә өлгө итеп ҡуйып булмай, тине Республика президенты.

Әммә был йүнәлештә мөһим килешеүҙәр бар. Әйтәйек, быйыл "Роснано" менән ҡул ҡуйылған килешеү нигеҙендә, 2015-се йылға инновация продукцияһы күләме йылына 90 миллиард һумға етергә тейеш.

"Русгидро" компанияһы менән берлектә технопарк ойошторолдо. Әле Өфө моторҙар эшләү берекмәһе нигеҙендә хәрби техника өсөн авиация двигателдәре етештерелә. Республика президенты инновация өлкәһен үҫтереү йәһәтенән аныҡ тәҡдимдәр индерҙе.

XS
SM
MD
LG