Accessibility links

дүшәмбе, 5 декабрь 2016, Казан вакыты 23:45

Күренекле ғалим Жәлил Кейекбаевтың тыуыуына 100 йыл



Ошо уңайҙан Башҡорт дәүләт университетында Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтте. Олуғ шәхестең ғилемгә индергән өлөшө юғары баһалана.

Әле уның ҡыҙы Зөһрә Кейекбаева ла иҫән. Тик ул атаһының юлынан китмәгән. Башҡортса һөйләшмәй. Филология фәндәре докторы Марат Зәйнуллин Жәлил Кейекбаевтың тәүге аспиранты. Ябай, йор һүҙле, үҙенсәлекле ғалим ине, тип хәтерләй остазын күренекле профессор.

Жәлил Кейекбаев 1960 йылда башҡорттарҙан беренселәрҙән булып филология фәндәре докторы исеменә лайыҡ була. Республика район-ҡалаларына, күрше өлкәләргә экспедицияға сығып, башҡорт теле диалектын ентекле өйрәнә. Фонетика, лексика, морфология буйынса ғилми хеҙмәттәр яҙа.

Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев илленән ашыу ғилми хеҙмәт авторы үҙенең эштәрендә башҡорт теле үҫеше, актуаль һорауҙары тураһында яҙа. Фән менән шөғөлләнеүҙән тыш арҙаҡлы ғалим үҙе лә шиғырҙар ижад итә, немец теленән әҫәрҙәр тәржемәләй.

Шәхес рухын мәңгелләштереү маҡсатында Башҡорт дәүләт университетында мемориаль кабинет булдырылған, уның исемен мәктәп, урам йөрөтә.

Профессор Кейекбаев Герман филологияһын, төрки телдәрҙе лә тәрән үҙләштерә. Ул ике тиҫтәнән ашыу сит тел белә. Шуларҙың 8-дә иркен аралаша.

Конференцияға Татарстан вәкилдәре лә килгәйне. Уларҙың береһе Татарстан фәндәр академияһы академигы Мирфәтих Зәкиев. Жәлил Кейекбаевтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте 9 телдән торған әкиәттәр йыйынтығын баҫтырҙы.

XS
SM
MD
LG