Accessibility links

шимбә, 10 декабрь 2016, Казан вакыты 21:39

"Олонхо" һәм "Урал батыр" - ике халыҡтың милли ҡомартҡыһы. Бөгөн Башҡорт дәүләт педагогия университетында мәшһүр эпостарҙы башҡарыусылар, телсе ғалимдар, студенттар йыйылды.

Яҡут теле, үҙенсәлекле өзләү һәм милли кейемдәр. Саха-Яҡут республикаһы вәкиле Петр Попов тыуған телендәге әҫәрҙе айырым бер илаһилыҡ менән башҡара.

Эпостың ике мең юлын егет ике ай самаһы ятлаған. Эпосты башҡарыусы иң йәш ҡунаҡ мәктәптә уҡый, иң олоһо һикһәнде үткән. Православие динен ҡабул иткән халыҡта мәжүсилек ҡанундары әлегәсә һаҡланған.

Әҫәрҙе башҡарыу үҙенсәлеге рус һәм башҡорт телдәре менән сағыштырғанда күпкә айырыла. Әйткәндәй, "Олонхо" эпосы боронғораҡмы, әллә "Урал батыр"мы, әлегә иҫбатланмаған, ти БДУ-ның шәрҡиәт кафедраһы мөдире Ғәйнислам Ибраһимов.

Башҡорт халҡының рухи мираҫы "Урал батыр" эпосы 1910-сы йылда яҙып алынһа ла, тамырҙары быуаттар төпкөлөнә барып тоташа. Шүлгәнташ мәмерйәһе һүрәттәре шуны дәлилләй. Йыл һайын республика кимәлендә эпосты башҡарыу оҫталығы конкурстары ойошторола.

Учалы районынан Әлнира Заһиҙуллина - конкурстың быйылғы еңеүсеһе. Тыныслыҡ, илһөйәрлек аша һуғарылған әҫәрҙәр халыҡтарҙың бөйөк көсөн һүрәтләй. Яҡут эпосы 2005-се йылда уҡ ЮНЕСКОның кешелектең алтын мираҫы исемлегенә индерелгән. "Урал батыр" ҙа был юғары исемгә лайыҡ, тип иҫәпләй ике халыҡ вәкилдәре.

XS
SM
MD
LG