Accessibility links

җомга, 9 декабрь 2016, Казан вакыты 13:02

Башҡортостанда Ҡорбан ғәйетенә әҙерлек бара


Башҡортостанда оҙайлы ялдармы, ҡыҫҡса көҙгө каникулдармы башланды. Халыҡтар берҙәмлеге көнөн ике көн байрам итәбеҙ. Тағы ике көнө мосолмандарҙың изге байрамы - Ҡорбан ғәйете хөрмәтенә.

Ҡорбанға әҙерлек әллә ҡасандан бара. Салыу өсөн мал һимертеүселәр заказсылар менән килешеүҙәр төҙөй, һарыҡтарҙы ана шул исемлек буйынса таратасаҡтар. Һарыҡ хаҡы 4 мең һум, унан ҡиммәтерәк.

Ҡорбан барлыҡ мәсеттәрҙә лә салына. Әҙерҙәрендә лә, төҙөлөп ятҡандарында ла. Мәҫәлән, Өфөнөң Совет районындағы Бабушкин урамында яңы мәсет төҙөлә. Уға 7 йыл элек Рамазан айында нигеҙ һалғандар, шуға ла мәсеттең атамаһын "Рамазан" тип иғлан иткәндәр. Мәсеттең ҡыйығын ҡышҡа тиклем өлгөртөү өсөн төҙөлөшкә "Урал" 1 миллион һум биргән.

XS
SM
MD
LG