Accessibility links

якшәмбе, 4 декабрь 2016, Казан вакыты 03:01

Өфөлә ике ҙур обьектты бомба менән ҡурҡыттылар


Полицияға Черниковка биҫтәһендәге таксофондарҙын береһенән бала тауышы менән берәү Октябрь проспектындағы "Ғаилә" комплексына шартлатҡыс һалыныуы тураһында хәбәр итә.

Аңлашыла ки, полиция бындай шылтыратыуҙарҙы тикшеререгә тейеш. Унан халыҡты сығаралар, тикшерәләр, бомбаны тапмайҙар. Беренсе шылтыратыуҙан һуң күп тә үтмәй, ошо уҡ Черниковкалағы тағы бер таксофондан йәнә полицияға шалтыраталар. Был юлы Колхоз баҙарына ебәрәләр полицейскийҙарҙы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәрен.

Шартлатҡыс та, шылтыратыусы малай ҙа табылмаған. Республикала уҡыусыларҙың көҙгө каникулдары башланды. Был малай ошо ҡыуанысын ошолай билдәләргә булған ахыры. Тотолған осраҡта ата-әсәһенә елле генә штраф сәпәйәсәктәр.

XS
SM
MD
LG