Accessibility links

шимбә, 3 декабрь 2016, Казан вакыты 05:32

Дума һайлауҙарына әҙерлек дауам итә


Башҡортостанда 69 териториаль һайлау комиссияһы ойошторолған. Ошо көндәрҙә участка комиссиялары ла төҙөлөп бөтәсәк.

Республика үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Наилә Алтынова әйтеүенсә, 4 декабрҙә үҙ участкаларына бара алмағандар, алдан уҡ махсус танытма алырға тейеш. Теркәүҙән төшөрөү талоны буйынса башҡа участкала ла тауыш бирергә мөмкин.

Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев әйтеүенсә, Башҡортостанға Европаның хәүефһеҙлек һәм хеҙмәттәшлек ойошмаһы вәкилдәре килде. Бөйөк Британиянан Джозеф Уоррэлл һәм Литванан Довиле Стоскевичуте район-ҡалаларҙа һайлауға әҙерлек менән ҡыҙыҡһына. ОБСЕ вәкилдәре төбәктә Парламент депутаттары өсөн тауыш биреү тамамланғансы буласаҡ.

XS
SM
MD
LG