Accessibility links

дүшәмбе, 5 декабрь 2016, Казан вакыты 01:30

11 ноябрь көндө Башҡортостанда 726 пар теркәләсәк


Беҙҙең халыҡ төрлө ырым-ғөрөфтәргә ышанып барыусан. Быны ЗАГС хеҙмәткәрҙәре үҙ иңендә татый. Мәҫәлән, сәстәрен сәскә бәйләргә теләүселәр бер төрлө һандар тура килгән көндө һайлай.

2011 йылдың 11-се айының 11-се көнө лә улар өсөн мәшәҡәтле көтөлә. Йома көн Республика ЗАГС-тары 726 парға ғаилә ҡороуҙары тураһында таныҡлыҡ тапшырасаҡ, уларҙың 214-е Өфөлә теркәлә. Ғәҙәти даталарҙа айына 500 самаһы никах теркәлә. Йәйгелеген 700-800-гә етә.

Ошондай уҡ даталар 2007-се йылдың 7-се июнендә, 2008-ҙең 8-се авгусында, 2009 йылдың 9 сентябрендә һәм 2010 йылдың 10 октябрендә лә булды. Бәхетле һан аҫтында өйләнергә теләүселәр өсөн тағы 1 йыл бар. 2012-се йылдың 12-се декабрендә бәхетле мәлдәр кисерергә мөмкин.

XS
SM
MD
LG