Accessibility links

пәнҗешәмбе, 8 декабрь 2016, Казан вакыты 05:15

Нефтекамала пассажирҙар автобусы утҡа тотолдо



Билдәһеҙ кешеләр транспорт сараһына дүрт тапҡыр пневматик ҡоралдан ата. Зыян күреүселәр юҡ. Йәмәғәт транспортына "Дауахана ҡаласығы" туҡталышында һөжүм итәләр. Ҡараңғы булғанлыҡтан водитель атыусыларҙы күрмәй ҡала. Улар еңел автомобиль эсендә була.

Дүрт пуляның икәүһе автобусты үтәнән-үтә тишеп сыға. Был ваҡытта салонда утыҙға яҡын кеше була. Пассажирҙар йөрөтөүсе предприятие вәкилдәре әйтеүенсә, бындай осраҡ тәү тапҡыр түгел. Быға тиклем дә йәмәғәт транспортына һөжүм итеүселәр булған. Полиция енәйәтселәрҙе бер нисек тә таба алмай. Пневматик ҡоралдары хоҡуҡ һаҡсыларында теркәлмәй.

XS
SM
MD
LG