Accessibility links

Тауыш биреү өсөн таныҡлыҡтар тапшырыла башланы


Бөгөн участка һайлау комиссияларында алдан тауыш биреү өсөн таныҡлыҡтар тапшырыла башланы.

Дәүләт Думаһында һайлауҙа ҡатнашыусы сәйәси фирҡәләр, һайлауҙың яҡынса йомғаҡтары тураһындағы мәғлүмәтте кеҫә телефоны ярҙамында ла белергә мөмкин буласаҡ. Бының өсөн Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарамағындағы мәғлүмәт үҙәгенә смс хәбәр ебәрергә кәрәк.

24-се ноябрь сәғәт 10-дан 4-се декабрь төнгө 9-ға тиклем һайлау берекмәләре тураһындағы мәғлүмәт, ә 4-се декабрҙән 24-тенә тиклем һайлауҙың яҡынса йомғаҡтары менән танышырға мөмкин.
XS
SM
MD
LG