Accessibility links

Кайнар хәбәр

Сәләмәт тормош өсөн йәки башҡорт батырҙары бер майҙанда



Бөтә донъя башҡортттары ҡоролтайы тарафынан Салауат районының Малаяҙ ауылында ойошторолған "Салауат ере батыры" турниры көслөләрҙе һәм таҫылдарҙы йыйҙы. Сара ысын мәғәнәһендә көс һөйөүсе тамашасылар менән спортсыларҙы бергә тупланы.

Йыйылыусы халыҡ "Рәсәйҙең иң көслө кешеһе" тип танылған Эльбрус Ниғмәтуллиндың сығышына тағы бер таң ҡалды. "Гиннес" рекордтар китабына ингән рекордсмен сәләмәт тормошто хуплауын белдерҙе. "Салауат ере батыры" тип исемләнгән көс ярышында Ҡыйғы, Мәсетле, Дыуан һәм Салауат райондарында йәшәүсе төрлө һөнәр вәкилдәре ҡатнашты.

Алик Сабирйәнов илле өс йәштә. Ул Салауат районы башҡорто. 1985-се йылдан әлеге көнгәсә Себер тарафтарына йөрөп эшләй. 200 килограмм ауырлыҡтағы бураны 15 метр алыҫлыҡҡа күсереү, 300 килограмлыҡ БИЛАЗ машинаһы тәгәрмәсен ике тапҡыр әйләндереү, 80 килограмлыҡ тоҡтарҙы бер урындан икенсе урынға күсереү - кеше ышанырлыҡ түгел, әммә барыһы ла раҫ.

Йыйылыусылар быға үҙ күҙҙәре менән шаһит булды. Тамашаға бигерәк тә балалар ғәжәпләнде. Көслөләр араһында көсһөҙҙәр юҡ. Турнирҙа берәү ҙә бүләкһеҙ ҡалманы. Һәр кемдең көсөнә тәғәйен урын бирелде. Бүләкләү стронгмен еңеүселәрен тағы ла рухландырҙы.
XS
SM
MD
LG