Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡорт йөмһүриәтенә 94 йыл тулды


Башҡортостан ошо көндәрҙә күптәр белмәгән бер тарихи датаны билдәләне. Башҡорт йөмһүриәтенә 94 йыл тулды. Автономия 1917 йылдың иҫке стиль буйынса 15 ноябрендә Ырымбурҙағы Ҡоролтайҙа иғлан ителә.

Килешеүҙе башҡорт хәрәкәте лидерҙары Дутов менән төҙөй. Йәғни беренсе булып Башҡортостан автономияһын атаман Дутов таный. Ошо йылдар тарихын өйрәнеүсе тарихсы Нурислам Ҡалмантаев фекеренсә, 1917 йылдағы килешеү булмаһа, 1919 йылдағы март килешеүе лә булмаҫ ине. Башҡорттар ҡыҙылдар яғына сыҡҡас, советтар автономияны танырға мәжбүр була.
XS
SM
MD
LG