Accessibility links

якшәмбе, 4 декабрь 2016, Казан вакыты 11:20

Азамат Юлдашбаев яҙыусылар берлеге рәйеслегенән киткән


Башҡортостан яҙыусылар берлегендә ҙур үҙгәрештәр. Идара етәксеһе Азамат Юлдашбаев ғариза яҙып эшенән киткән. Әлегә идара рәйесе вазифаһын уның урынбаҫары Ҡәҙим Аралбаев башҡара.

Яҙыусыларҙың рәйес һайлау буйынса сираттан тыш йыйыны 7 декабргә тәғәйенләнгән. Яҙыусылар власть алмашыныуҙа сәйәсәт юҡ, тип ышандыра. Баҡтиһәң, Азамат Юлдашбаевты һайлағанда ҡанун дөрөҫ үтәлмәгән булған.

Сөнки кандидатураларҙың береһе йыйында ҡатнашыусыларҙың 3-тән ике өлөшөнөң хуплауын алырға тейеш булған. Ә Азамат Юлдашбаев бары күпселек тауыш ҡына йыйған. Фәнил Күзбәков менән Наил Ғәйетбай аҙыраҡ тауыш йыйған.

Хәҙер 7 декабрҙә яңы рәйес һайлаясаҡтар. Яҙыусылар үҙ хаталарын үҙҙәре үк таный. 232 яҙыусы-шағирҙың береһе лә уставты белмәҙен күрһәтә тине союздың бер ағзаһы.

Сираттан тыш һайлауҙа Азамат Юлдашбаев үҙ кандидатураһын ҡуймаясағын алдан уҡ хәбәр иткән. Яҙыусылар үҙ рәйесе итеп Наил Ғәйетбайҙы күрергә теләй. Ул, берҙән – яҡшы драматург, икенсенән – чиновник: заманында Мәҙәниәт министры урынбаҫары булды, өсөнсөнән – демократик шәхес, тиҙәр уның тураһында.

XS
SM
MD
LG